Яңылыҡтар
7 Ғинуар 2020, 17:04

"Ҡышҡы уйындар - 2020"

#новогодниесемейныеигры2020#семейныеканикулы

Ҡышҡы каникулдарҙы файҙалы үткәреү маҡсатында Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы майҙансығында балалар һәм ата - әсәйҙәр өсөн "Ҡышҡы уйындар - 2020" исемле сара үтте.
Хеҙмәткәрҙәр тарафынан әҙерләнгән бай, йөкмәткеле тамашаны балалар яратып ҡабул итте.
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Мәскәй әбей әкиәт геройҙарын да ҡыуанып ҡаршы алдылар. Артабан уйындар һәм ярыштар үткәрелде.
Ҡыш бабайҙан бүләккә тәмлекәстәр алып, иҫтәлеккә фотоға төшөп, ҡыуанышып таралышты сарала ҡатнашыусылар.

Читайте нас