Яңылыҡтар
7 Ғинуар 2020, 11:04

Районда «Ҡыш бабай бүләге» акцияһы тамамланды

Ирекмәндәр һәм спонсорҙар тапшырған Яңы йыл бүләктәре социаль оҙатыуҙа булған 2-3 балалы ғаиләләргә тапшырылды

Һәр бер бала өсөн Яңы йыл иң яратҡан байрамдарының береһе булып тора, кескәйҙәр Ҡыш бабайҙан бүләк алырға хыяллана һәм мөғжизә көтә. Ошо ниәттән Хәйбулла районындағы Ғаилә хеҙмәте «Ҡыш бабай бүләге» акцияһын уҙғарҙы. Яңы йыл бүләктәре социаль оҙатыуҙа булған 2-3 балалы ғаиләләргә тапшырылды.
Беҙҙең районда Ҡыш бабай ролендә сығыш яһап, ҙур теләк һәм көр күңел менән балаларға Яңы йыл бүләген тапшырыусылар бар. Динислам Бохарбаев, Денис Лоскутов, Борис Абдуллин, Илшат Игебаев, Айрат Рәхмәтов, Әлиә Аблаева, Миңзәлә Юлдашбаева, Елена Бирюкова, Ләйсән Бикбова, Рауил Шәңгәрәев, Дилназ Рәхмәтова һәм башҡалар «Ҡыш бабай бүләге» акцияһына ихлас ҡушылды. Афарин!!!

фото: Хәйбулла районындағы ғаилә хеҙмәтенең Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө

Читайте нас