6 ғинуарҙа Бүребай ауылының боҙ майҙансығында оло йәштәге командалар араһында Ш.Р.Ҡоҙаяров иҫтәлегенә арналған хоккей турниры уҙғарылды.
Төп кубок өсөн матчтар көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә Йәнтеш ауылы командаһы бүребайҙарҙы 7:1, ә Татыр-Үҙәк йыйылма командаһын 4:2 иҫәбе менән ҡыйратып, төп призға – кубокка эйә булды.
фото: "Хәйбулла районында хоккей" Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө