Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 07:36

Юлбарыҫта “Күңелле студент саҡ” кисәһе уҙғарылды

.

Юлбарыҫ ауылында, оҙайлы каникулдар осоро менән файҙаланып, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар осрашыуы – “Күңелле студент саҡ” әҙәби-музыкаль кисәһе уҙғарылды.
Башта мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында йәнле әңгәмә булды. Студенттар үҙҙәре белем алған уҡыу йорттары, күңелле студент тормошо тураһында һөйләне, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Һөҙөмтәлә улар ятаҡта йәшәү шарттары, спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни саралар, стипендия хаҡында байтаҡ мәғлүмәт алды.
Кисәнең икенсе өлөшөндә уҡыусылар һәм студенттар үҙ-ара зирәклектә, етеҙлектә көс һынашты. Улар 2 командаға бүленеп, «Яңы йыл» викторинаһы һорауҙарына яуап бирҙе, «Ҡарһылыу», «Ҡыш бабай» һүҙҙәрен ҡулланып шиғыр ижад итте, йырлап-бейеп, төрлө уйындар уйнап күңел асты. Сара дөйөм фотоға төшөү, дискотека менән тамамланды.

фото: Юлбарыҫ ауылы клубының Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө
Читайте нас