Яңылыҡтар
6 Января 2020, 07:45

Степной ауылында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бәләкәстәргә байрам ойошторҙо

.

Степной ауылының мәҙәниәт йортонда мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн Яңы йыл тамашаһы уҙғарылды. Көтөп алынған һәм күңелле байрамды Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ойошторҙо. Бәләкәстәрҙең ҡайһылары бында тәүге тапҡыр Ҡыш бабайҙы күрҙе. Балалар ихласлап шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейене, шыршы тирәләй әйләнде. Һәм әлбиттә Ҡыш бабайҙан бүләккә тәмлекәстәр алды.
фото: Степной ауылы мәҙәниәт йортоноң Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө
Читайте нас