Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 15:16

Рәйсә Фәхриева 90 йәшен билдәләй

#национальныепроекты; #региональныепроекты; #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов республика һәм район етәкселеге исеменән педагогия хеҙмәте ветераны Рәйсә Ғәле ҡыҙын юбилейы менән ихлас тәбрикләне.
Ул Рәйсә Фәхриеваның районыбыҙ граждандарына белем һәм тәрбиә биреүгә индергән тос өлөшөн билдәләп, юбилярға һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, бәхетле ҡартлыҡ теләп, бүләктәр бирҙе, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән ҡотлау открыткаһын тапшырҙы.
Был көндө Рәйсә Ғәле ҡыҙын балалары, яҡындары менән бер рәттән Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Эльдар Буранбаев, район мәғариф идаралығы начальнигы Юлай Сиражитдинов, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район профкомы рәйесе Баныу Асҡарова, 1-се Аҡъяр мәктәбе вәкилдәре, бергә эшләгән педагогия ветерандары ихлас ҡотланы
Читайте нас