Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 15:41

Михайловкалар өсөн концерт

Өшөп тороу юҡ бында: олоһо ла, кесеһе лә дәртле бейеү һәм күңелле уйындарға сумды.

Яңы йыл каникулдары байрамдар һәм күңел асыу ваҡыты. Район мәҙәниәт йорто артистары Михайловка ауылы халҡы өсөн яңы йыл концерты ойошторҙо. Өшөп тороу юҡ бында: олоһо ла, кесеһе лә дәртле бейеү һәм күңелле уйындарға сумды. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйләнеү үҙе бер күңелле тамашаға әүерелде.
Байрам аҙағында барыһы ла Ҡыш бабай тоғонан тәмлекәстәр менән һыйланды.
Читайте нас