Яңы йыл ғаилә уйындары сиктәрендә Һамар ауылының хоккей майҙансығында Һамар, Быҙаулыҡ һәм Аҡъяр ауылдары командалары араһында хоккей турниры үтте.
Турнирҙың баш судьяһы-- Һамар ауыл биләмәһе башлығы Рафайыл Кәримов булды.
Көсөргәнешле уйын Аҡъяр командаһының еңеүе менән тамамланды. 2-се урынды Һамар, 3-сө урынды Быҙаулыҡ ауылы спортсылары яуланы.