2019 йылдың декабрендә Мәскәүҙә уҙған «Беҙ Тыуған илдең ғорурлығы» бөтә Рәсәй форумында илдең 36 субъектынан 256 кеше ҡатнашты. Бында республика һәм Хәйбулла данын ике мәктәп уҡыусыһы – 2-се Аҡъяр мәктәбенең 6в класы уҡыусыһы Елизавета Усенко һәм Подольск мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Элина Әминева яҡланы.
Елизавета Усенко «Көньяҡ Урал ботаник баҡса-институты селекцияһының ирис сорттарын Башҡортостан Урал аръяғының дала зонаһында тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре» темаһы буйынса эшен тәҡдим итте. Ә Элина Әминева «Хәйбулла районы Подольск ауылы һәм уның тирәһенең флораһы» темаһы буйынса проектын яҡланы, бында ул үҫемлектәр донъяһының 300-ән ашыу төрҙәрен тасуирланы.
Форум һөҙөмтәләре буйынса Элина Әминева һәм Елизавета Усенко 2-се дәрәжә диплом һәм миҙал менән бүләкләнде. Шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары Р.З.Акилова һәм З.С.Павлюк дипломанттарҙы әҙерләүҙә ижади ысул һәм етәкселек күрһәткәндәре өсөн махсус дипломға лайыҡ булды. Афарин!!!