Яңылыҡтар
5 Ғинуар 2020, 16:21

Быҙаулыҡ ауылында Яңы йыл биҙәлешенә конкурстың һөҙөмтәләре билдәле булды

.

Быҙаулыҡ ауылында тәүге тапҡыр шәхси йорттарҙы иң яҡшы Яңы йыл биҙәлешенә конкурс иғлан ителде. Ауыл халҡы уға ҡушылып өй тирәһен биҙәргә тотондо, гирляндалар семәрләп элде, ҡар-боҙҙан һындар әүәләне. Һөҙөмтәлә ауыл тағы ла күркәмләнеп, байрамса төҫ алды.
Ауыл клубында уҙған бал-маскарадта конкурсҡа йомғаҡ яһалды, уға ярашлы урындар артабанғыса бүленде:
Гран-при – Түләбаевтар ғаиләһе;
1-се урын – Килдебаевтар ғаиләһе;
2-се урын – Аптиковтар һәм Ғәйнуллиндар ғаиләләре;
3-сө урын – Хазиевтар ғаиләһе.

фото: Быҙаулыҡ ауылы мәҙәниәт йортоноң Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө
Читайте нас