Яңылыҡтар
5 Ғинуар 2020, 16:12

Бөгөн «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» республика фестиваленең район этабы үтте

.

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» республика фестиваленең муниципаль этабында үтте. Физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙған ярыштарҙа барлығы 12 мәктәптең вәкилдәре ҡатнашты.
Күп этаплы “Күңелле старттар” уйыны эстафета формаһында уҙғарылды.
Фестивалдең һөҙөмтәләре буйынса 3-сө урынды Яңы Ергән ауылынан Кәримовтар ғаиләһе алды, ә 2-се баҫҡысҡа Нураевтар ғаиләһе (1-се Аҡъяр мәктәбе) күтәрелде.
2-се Аҡъяр мәктәбе өсөн сығыш яһаған Мәмбәтовтар ғаиләһе 1-се урынды яуланы. Улар 18 ғинуарҙа Өфөлә үтәсәк республика этабында Хәйбулла данын яҡлаясаҡ.

фото: Хәйбулла районы мәғариф идаралығының Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө
Читайте нас