Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 08:21

Яҡташыбыҙ йырсы Йәмил Баймырҙин менән «Йондоҙло осрашыу»

.

Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Йәмил Баймырҙин менән осрашыу булды. «Йондоҙло осрашыу» кисәһендә мәктәп уҡыусылары ҡатнашты, улар йырсыға һорауҙар биреп уның ижад юлы менән танышты.
Әйткәндәй, сығышы менән Байғусҡар ауылынан булған Йәмил Баймырҙин бала саҡтан уҡ йырлай башлаған, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашҡан. Ул әлеге ваҡытта «Ябай малай» исеме аҫтында сығыш яһай. «Йәшлек шоу – 2019» Республика йәштәр йыр-моң фестивалендә «Йыл йырсыһы» номинацияһында еңеү яуланы.

фото: Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортоноң Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө

Читайте нас