Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең (УМПО) базаһында Өфө машиналар эшләү колледжының 5 йыһазландырылған оҫтаханаһы асылды.
2019 йылды был уҡыу йорто матди-техник базаһын яңыртыу өсөн субсидия рәүешендә федераль бюджеттан грант алды.
Һатып алынған уҡыу-лаборатория һәм уҡыу-етештереү ҡорамалдары, уҡыу процесының программалы һәм методик тәьминәтенең теҙмәһе һәр бер компетенция буйынса Worldskills талаптарына тура килә.
Республикала урта һөнәри белем биреүҙе модернизациялау «Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Проектҡа ярашлы 2024 йылға ҡарай илдә 5000 оҫтахана асыласаҡ, улар хәҙерге заман стандарттары, шул иҫәптән Worldskills стандарттары, буйынса йыһазландырыла.
Фото: Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең матбуғат хеҙмәте.