Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 18:59

Эх, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдарҙа!

#национальныепроекты; #нацпроекты Образование

Эх, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдарҙа!

Яңы йыл – барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана.

4-се ғинуар үҙәк район китапхана хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылы социаль балалар һәм үҫмерҙәр приюты тәрбиәләнеүселәренә саф һауала «Эх, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдарҙа!» исемле ял сараһы ойошторҙо. Кисәнең тәүге өлөшөндә балалар, төрлө мөғжизәле ваҡиғалар уртаһында ҡайнаны, бейене, йырланы, рәхәтләнеп күңел асты.
Икенсе өлөшөндә уларға күңелле уйындар, конкурстар үткәрелде. Етеҙлектә, ҡыйыулыҡта үҙҙәрен һынап ҡаранылар.
Сараны ойоштороусылар балаларға изге хыялдарының тормошҡа ашыуын, һәр көндәренең сағыу, бай ваҡиғалар менән тулыланып тороуын, киләсәктәренең яҡты, өмөтлө булыуын теләнеләр.
Читайте нас