Яҡташыбыҙ Люциә Ғәббәсова "Хыялымда мин дә осам" исемле тәүге шиғри йыйынтығын сығарған. Ул шиғырҙарын бала саҡтан яҙа башлай. Әлеге ваҡытта Сибай медицина колледжында уҡыта. Был китабында тәбиғәткә, тыуған яғына, ата-әсәһенә, яҡындарына һөйөү менән һуғарылған шиғырҙар тупланған. Авторға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләп, киләсәктә унан тағы ла яңы әҫәрҙәр, баҫмалар көтөп ҡалабыҙ.