Башҡортостанда яңы йыл төнөндә беренсе игеҙәктәр донъяға ауаз һалған.
Ике малай Ҡыуатов исемендәге дауаханала тыуған. Хәйбулла районынан Гөлфисә Рыҫҡужина өсөнсөгә әсәй булған. Бәпестәрҙе Рәмил һәм Рәхимйән тип исем ҡушырға булғандар. Әле бәпәйҙәр һәм әсә үҙҙәрен яҡшы тоя. Гөлфисә менән сабыйҙарҙы өйҙә ире, өлкән ҡыҙы һәм улы көтә.
Бәхетле ғаиләне ҡотлайбыҙ, абыйҙар имен-һау үҫһен.
Башҡортостаным-яңылыҡтар сайтынан алынды