Урамда, өй тирәләрендә боҙ һәм ҡарҙан эшләнгән һындар былай ҙа хозур ауылды әкиәт иленә әйләндергән. Яңы йыл байрамдарында бында күңелле, төрлө мәҙәни саралар ойошторола. Өйөндә бикләнеп ултырған кеше юҡтыр, олоһо, кесеһе урамда өҫтәл ҡуйып, самауыр ҡайнатып, бейеүҙәр ойоштороп, балалар һырғалаҡта шыуып, күңелле ярыштар үткәреп бик күркәм һәм татыу ял итә. Бәләкәй генә ауылда тормош ҡайнап тора, эй, бигерәк дәртле шул Һаҡмар-Наҙарғолдар, афарин!