Баймаҡ районында 23 һәм 30 йәшлек ир-егеттәрҙе хайуандарҙы рөхсәтһеҙ атыуҙа ғәйепләйҙәр.
Семеновка ауылы янында ЮХХДИ инспекторҙары ВАЗ-21213 автомобилен документтарҙы тикшереү өсөн туҡтата. Машинаны ҡарау барышында һунар мылтыҡтары, гильзалар һәм ҡанға мансылған бысаҡ табыла. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм йүнәлтелә. Еңел автомобилдең багажнигында ике ҡоралайҙың түшкәһе табыла. Водителдең һәм уның пассажирының һунар итеү өсөн документтары булмай сыға.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уларҙың береһе үҙ ғәйебен таныған. Һунар мылтыҡтары, шулай уҡ гильзалар, бысаҡ һәм хайуандарҙың түшкәләре конфискацияланған. Ҡорал һәм боеприпастар экспертизаға йүнәлтелгән.
«Законһыҙ һунар» енәйәт составы билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.