Яңылыҡтар
3 Ғинуар 2020, 13:48

Аҡъярҙа Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады үтте

.

Бөгөн Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркында “Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады” байрам-конкурсы булды. Бында райондың 8 ауылынан: Әбүбәкер, Яңы Ергән, Татыр-Үҙәк, Һамар, Ивановка, Йәнтеш, Фёдоровка, Өфө ауылдарынан Ҡыш бабайҙар менән Ҡарһылыуҙар йыйылды.
Бәйге бик күңелле, шул уҡ ваҡытта сәмле барҙы. Тамашасыларға, бигерәктә балаларға байрам уйындары ныҡ оҡшаны. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса урындар ошолай бүленде:
1-се урын – Әбүбәкер ауылы Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуы;
2-се урын – Ивановка ауылы Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуы;
3-сө урын – Йәнтеш ауылы Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуы.
Башҡа ауылдарҙн килгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙар төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.
фото:Хәйбулла район мәҙәниәт йортоноң Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө
Читайте нас