Яңылыҡтар
1 Ғинуар 2020, 16:22

Яңы Ергән клубында уҙған маскарадҡа "сысҡандар" йыйылды

.

31 декабрҙә Яңы Ергән ауылы клубында “Һаумы, һаумы Яңы йыл!” бал-маскарады уҙҙы. Байрам барышында ауыл биләмәһе башлығы И.И.Сәйфуллин халыҡты Яңы йыл менән ҡотланы. Артабан “Йорттоң иң матур биҙәлеше” конкурсына йомғаҡ яһалды. Һуңынан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, сысҡандар һәм башҡа әкиәт персонаждары театрлаштырылған тамаша күрһәтте, күңелле уйындар, конкурстар, дискотека уҙғарҙы.

фото: Яңы Ергән ауылы мәҙәниәт йортоноң Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө

Читайте нас