Йәнтеш ауылында йәшәүсе Хәҙисә Байғусҡарова бөгөн үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. 1 ғинуарҙа уға 90 йәш тулды. Юбилярҙы муниципаль район Советы секретары С.Байғабулов, ветерандар советы рәйесе Р.Аллағолова, Атингән ауыл биләмәһе башлығы Ф.Исҡужиналар тәбрикләне һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин менән муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтан ҡотлау хаттарын уҡып ишеттерҙе.