Байрам барышында Татыр-Үҙәк ауыл биләмәһе башлығы С.Ф.Байсурин халыҡты Яңы йыл менән ҡотланы. Тышта үткәрелгән бал-маскарадта кемдәр генә булманы – сысҡандар, ҡомаҡтар, мәскәй әбей һәм башҡалар. Уйын-конкурстар, лотереялар уйнатылды. Барыһы ла бейене, йырланы, уйнаны, рәхәтләнеп күңел асты.