Яңылыҡтар
1 Ғинуар 2020, 12:28

Өфө ауылында – “Яңы йыл әкиәте”

.

31 декабрҙә Өфө ауылының күп функциялы клубында “Яңы йыл әкиәте” бал маскарады уҙғарылды. Тәү башта барлыҡ халыҡты Өфө ауылы биләмәһе башлығы М.Насиров ҡотланы, шулай уҡ шәхси йорттарҙы иң яҡшы биҙәү өсөн сертификаттар бүләк итте.


Алып барыусылар Р.Ғәлләмова, Э. Кәримова, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары халыҡты “Яңы йыл әкиәте” театрлаштырылған тамашаһы менән ҡыуандырҙы. Күңелле уйындар, конкурстар үткәрҙе. Матур кисә дискотека менән тамамланды.
фото:Өфө ауылы күп функциялы клубының Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмө
Читайте нас