Яңылыҡтар
30 Декабрь 2019, 06:10

Аҡъяр дауаханаһына тиҙ ярҙам машинаһы бирелде

Ул ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, республика бюджеты иҫәбенә бойомға ашырыла

Машиналар наркоз-һулыш алыу, реанимация ҡоролмалары, электрокардиограф, носилкалар, дефибриллятор, йылытылған юрғандар һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был эш ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, республика бюджеты иҫәбенә бойомға ашырыла.
Республика Башлығы Радий Хәбиров тантаналы шарттарҙа яңы машина асҡыстарын республика райондары һәм ҡалалары дауаханалары вәкилдәренә тапшырҙы.
Читайте нас