Бөгөн, 27 декабрҙә, Хәйбулла районында үлемесле юл фажиғәһе теркәлде.
Авария көндөҙгә сәғәт 10.00 тирәһендә Юлдыбай-Аҡъяр-Сара автомобиль юлының 61 километрында теркәлгән. ВАЗ-2114 машинаһы һәм "Skania" йөк машинаһы төкөшөүе һөҙөмтәһендә еңел машина водителе ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләккән. Уның Йылайыр районынан 31 йәшлек пассажиры фажиғә урынында һәләк булған.
Инстаграм: bash.dtp.official