"Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ҙур иғтибар бүлә.
Яңы йыл алдынан "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев һәм Октябрь ер аҫты руднигы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылындағы социаль приют балалары менән осрашты.
Рөстәм Борһанитдин улы малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы. "Беҙ, ололар өсөн, иң яҡшы бүләк- бәхетле балҡыған балалар күҙҙәре һәм уларҙың шатлыҡлы көлөүе",--тине ул 13 балаға тәмлекәстәр бүләк итеп.
Октябрь ер аҫты руднигында эшләүселәр ҙә Яңы йыл теләктәре менән бүләктәр, уйынсыҡтар, балалар өсөн көндәлек кәрәк әйберҙәр тапшырҙы.
Балалар һәм ҡунаҡтар был матур осрашыуҙан яҡты тәьҫораттар алды.