Яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 21:10

Хәйбуллаға яңы мәктәп автобусы ҡайта

Автобустар ГЛОНАСС навигацияһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған.

Өфөлә федераль аҡсаға Башҡортостан муниципалитеттары өсөн алынған мәктәп автобустарын тапшырыу тантанаһы үтте. 37 машина асҡысын Башҡортостан хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы.
Башҡортостан мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, автобустар 21 районға бирелгән, улар араһында Хәйбулла районы ла бар. Автобустар ГЛОНАСС навигацияһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған.
Читайте нас