Яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 06:18

Рөстәм Шәрипов Хәйбулла районы хакимиәтенең башлығы итеп тәғәйенләнде

.

24 декабрҙә Хәйбулла районы муниципаль район Советы депутаттары Рөстәм Шәриповты контракт буйынса муниципаль район хакимиәтенең башлығы итеп тәғәйенләне.
Белешмә
Шәрипов Рөстәм Динислам улы 1982 йылдың 29 июлендә Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтында һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаған. 2014 – 2019 йылдарҙа Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы була.
Читайте нас