Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йортонда «Мәҙәни ял көнө» йәғни «Ғаилә ул модала» исемле кисә үтте.
Был кисәлә әсәләр һәм балалар, шул иҫәптән, мәктәп уҡытыусылары ла ситтә ҡалманы. Был сараның программаһы бай һәм йөкмәткеле, балаларға фәһемле, файҙалы булды. Төрлө мауыҡтырғыс уйындарҙа балалар бик теләп ҡатнаштылар.
Ошондай сараларҙа ата-әсәләр ҙә әүҙем һәм йышыраҡ ҡатнашып торһалар, бигерәктә яҡшы булыр ине!
Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йорто сайтынан алынды