Яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 21:00

Ауыл сәхнәһе гөрләп торҙо

Ҙур Арыҫланғол ауылында көтөп алған шәп концерт үтте.

Ҙур Арыҫланғол ауылында көтөп алған шәп концерт үтте. Халыҡ һорауы буйынса, район мәҙәниәт йортоноң "Ҡош юлы" халыҡ фольклор ансамбле "Бергә күңел асайыҡ" тигән программа менән күсмә концерт ойошторҙо.
Ауыл сәхнәһе гөрләп торҙо, тамаша залы халыҡ менән тулды. Башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт халыҡ бейеүҙәре һәммәһенең күңелегә хуш килде.
Концерттан ауыл халҡы ғына түгел, яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә ситтә ҡалманы. Һәр сығыш көслө алҡыштар менән оҙатылды.
Тамаша аҙағында тамашасылар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә күңелле ял кисәһе өсөн ихлас рәхмәт белдерҙеләр. Барыһы ла матур сығыштарҙан ҡәнәғәт ҡалып, шәп кәйеф менән таралдылар.
Читайте нас