2019-2024 йылдарҙа республикала «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау» төбәк программаһы бойомға ашырыласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Был программа сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә урынлашҡан күп ҡатлы йорттар төҙөкләндерелеп, граждандар өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. 2020 йылда Аҡъяр, Бүребай, Татыр-Үҙәк ауылдарында бер нисә 2 ҡатлы йорттарҙың подъездарына комплекслы ремонт яһау күҙаллана.