2020 йылда "Терра Башҡортостан" атлы-спорт турнирының беренсе этабы 22 февралдә башлана. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында конференц-бәйләнеш режимында барлыҡ муниципаль райондар вәкилдәре араһында йәрәбә үткәрелде. Хәйбулла, Ишембай, Бүздәк, Федоровка райондары жокейсылары беренсе булып ярышҡа сығасаҡ.