Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәрҙе дауаханаға өҫтәмә тикшереү үтергә алып баралар. Был «Өлкән быуын» программаһы һәм «Демография» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Ауыл халҡын социаль хеҙмәткәрҙәре булған махсус мобиль бригадалар бушлай йөрөтә.
17 декабрҙә Хәйбулла районының оло быуын вәкилдәренең бер төркөмө был мөмкинлек менән файҙалана алды. Социаль хеҙмәткәрҙәр уларҙы махсус йыһазландырылған машинала диспансеризация үтеү өсөн Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына алып барҙы.
Фото:Сибай ҡалаһы буйынса ғаилә хеҙмәте