Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 12:28

Бүребай мәктәбендә "Уҡыусы картаһы" системаһы эшләй

Карталар менән ҡулланыу һөҙөмтәһендә ата-әсәләр балаларының ҡайҙа йөрөүен контролдә тота, көндәлек сығымға бирелгән аҡсаны нимәгә тотоноуын билдәләй ала.

Республикала был карта системаһы уңышлы ҡулланыла. Ҡыҙҙар һәм малайҙар туҡланыу, йәмәғәт транспортында йөрөгән өсөн ошо карта менән иҫәпләшә. Карталар мәктәп ҡарауылсыһының да эшен еңеләйтә. Турникет аша кемдең инеп барыуы экранда күренә. Бала мәктәпкә ингәс тә ата-әсәләргә смс-хәбәр килә. Ашханала ла, автобуста ла ваҡ аҡса эҙләп торорға кәрәкмәй, карта менән түләнә.
Әле Бүребай мәктәбенә лә ошо система индерелде. Уҡыу йылы башынан уҡыусыларға бушлай карталар биргәндәр. Әлегә төп функция баланың белем усағына инеү-сығыуын контролдә тотоу. Фойела урынлашҡан турникет карта буйынса инеүселәрҙе билдәләй, статистиканы һаҡлай һәм ата-әсәләргә смс-хәбәр ебәрелә.
Киләһе йыл инде туҡланыу өсөн карта менән түләү индерелә, артабанғы план буйынса йәмәғәт транспортында йөрөү мөмкинлеге булдырыласаҡ. Әммә бының өсөн махсус ҡоролма кәрәк буласаҡ.
Бүребай мәктәбе директоры Альберт Боҫҡонов әйтеүенсә, карталар менән ҡулланыу һөҙөмтәһендә ата-әсәләр балаларының ҡайҙа йөрөүен контролдә тота, көндәлек сығымға бирелгән аҡсаны нимәгә тотоноуын билдәләй ала. Әйткәндәй, карталар мәктәпте тамамлап, студент булғас та артыҡ түгел, уны йәмәғәт транспортында йөрөгән өсөн түләргә тотоноп була.
Читайте нас