2019 йылдың 28 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы ҡабул иткән “Башҡортостан Республикаһының административ-территорриаль ҡоролошонда үҙгәртеүҙәр һәм Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында айырым муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен үҙгәртеү тураһында” закон үҙ көсөнә инде.
Законға ярашлы райондың Таналыҡ һәм Маҡан ауыл биләмәләренең сиктәре үҙгәрҙе. Һөҙөмтәлә Маҡан сельсоветының 374,5 гектар майҙанлы участкаһы Таналыҡ ауыл Советы ҡарамағына күсте. Үҙгәрештәр бында баҡыр, баҡыр-цинк һәм көкөрт колчеданы мәғдәндәрен сығарыу буйынса ер аҫты руднигы төҙөлөүенә бәйле.