Яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 12:44

Беҙҙекеләр һынатмай

.

Бөгөн Учалы ҡалаһы филармонияһының спорт залында сәләмәтлеге сикләнгән кешеләр өсөн өҫтәл уйындары буйынса «SPORTFEST» спорт фестивале булды. Сарала Хәйбулла районы командаһы ла ҡатнашты.
Татыр-Үҙәктән Зөлфиә Сөнәғәтова «джаколло» буйынса 1-се һәм «кульбутто» буйынса 2-се урын алды, ә Рәйфә Азаматова дартс буйынса – 1-се, армрестлинг буйынса – 2-се, кёрлинг буйынса 3-сө урындар яуларға өлгәште. Аҡъярҙан Айтуған Ҡыуатов кәрзингә ташлау буйынса – 1-се, «кульбутто» буйынса – 2-се, кёрлинг буйынса 3-сө урын алһа, Йәмил Иҙелбаев кёрлинг буйынса 2-се һәм новус буйынса 3-сө урынды биләне. Ярыштарҙа еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ!
Читайте нас