Маҡан ауылынан Кәрим Килдебаев “Хәйбулла ынйылары” бәйгеһендә 1-се урынды яуланы.
Ул бәләкәйҙән йырларға ярата. Әле 14 йәшлек һәләтле үҫмер 8-се класта уҡый. “Хәйбулла ынйылары” район конкурсында Кәрим Килдебаев “Халыҡ йүнәлеше” номинцияһында еңеү яуланы.
“Улыбыҙҙың һәләтен үҫтереү өсөн ауылда музыка мәктәбе булһа, бик яҡшы булыр ине. Шулай ҙа рәхмәтемде ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто етәксеһе Фәниә Нураева, музыкаль етәксеһе Сергей Захаровҡа еткерәм. Балымдың һәләтен күреп, шундай мәртәбәле конкурстарға сығаралар. Барыһында ла Кәрим беренсе урынды яулай. Был, әлбиттә, етәкселәрҙең ҙур эше.
Кәримдең уңышлыҡтарының сере бик ябай: ул тырышлыҡта һәм теләктә генә”,--ти уның әсәһе Рәфиә Килдебаева.