Яңылыҡтар
16 Декабрь 2019, 13:21

Рөстәм Шәрипов шәхси һорауҙар менән халыҡты ҡабул итте

Граждандарҙы ҡабул итеүҙә яңғыраған һорауҙарҙың хәл ителешен Рөстәм Динислам улы үҙ контроленә алды.

Бөгөн муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Динислам улы шәхси һорауҙар менән граждандарҙы ҡабул итте. Етәксегә барлығы 13 кеше мөрәжәғәт итте.
Дөйөм алғанда, бында эшкә урынлаштырыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡта ярҙам, торлаҡ программалары, көтөүлек өсөн ер участкаһы бүлеү буйынса һорауҙар яңғыраны. Шулай уҡ шәхси характерҙағы мөрәжәғәттәр ҙә булды.
Рөстәм Шәрипов район халҡы проблемаларын өйрәнеп, граждандарға уларҙы хәл итеү эҙемтәлелеген аңлатты. Барлыҡ мөрәжәғәт итеүселәргә иғтибар бүленде һәм тейешле ярҙам күрһәтелде.
Тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙарға һәм бүлектәр начальниктарына күрһәтмәләр бирелде. Граждандарҙы ҡабул итеүҙә яңғыраған һорауҙарҙың хәл ителешен Рөстәм Динислам улы үҙ контроленә алды.
Читайте нас