Яңылыҡтар
15 Декабрь 2019, 12:41

Яҡташыбыҙ Илдар Юнысов төбәк-ара йыраусылар конкурсы лауреаты булды

.

Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда беренсе төбәк-ара йыраусылар конкурсы үтте. Бында Башҡортостан, Мәскәү, Ҡурған һәм Ырымбур өлкәләренән барлығы 36 кеше ҡатнашты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, Бөрйән районынан Сәлимә Ғарифуллина Гран-при яуланы һәм 50 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов һәм сибай ҡалаһынан Мираҫ Үҙәнбаев 1-се дәрәжә лауреаттары тип танылды. Хәйбулла районы вәкиле Илдар Юнысов конкурстың 2-се дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!!!
Читайте нас