Яңылыҡтар
15 Декабрь 2019, 12:02

Рух һүнмәһә - ил үлмәҫ!

«Рух яҙыуы» район әҙәби телевизион бәйгеһе финалсылары көс һынашты

Быйыл Хәйбулла районында «Рух яҙыуы» әҙәби телевизион бәйгеһе ойошторолдо, ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Бәйгенең 1-се турында 30 ғаилә дуэты ҡатнашты. Ярымфиналға сығыу өсөн социаль селтәрҙә тауыш биреү ойошторолдо, уның һөҙөмтәләре буйынса финалға 10 ғаилә дуэты үтте.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Йәнтештән Рәмзиә Дәүләтҡолова, Илгинә Ғиләжева, Әбеш ауылынан Рәйсә һәм Динә Кускилдиналар Аҡъяр телетапшырыуҙар студияһының махсус бүләгенә лайыҡ булды. Мәмбәт ауылынан Илүзә һәм Вәсилә Мәмбәтовалар «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына еңде. Әбүбәкерҙән Айгүзәл һәм Әминә Билаловалар Гран-приға лайыҡ булды һәм телевизор менән бүләкләнде.
Читайте нас