Яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 06:23

Хәйбуллалар «Еңеү салюты» конкурсында ҡатнашты

.

12 декабрҙә Баймаҡ ҡалаһында «Еңеү салюты» халыҡ ижады конкурсының икенсе зональ этабы үтте. Сарала Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан коллективтар ҡатнашты.
Конкурста Хәйбулла районынан 130 кешенән торған 7 коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты, улар зауыҡлы театрлаштырылған концерт менән сығыш яһаны.
Фестиваль һөҙөмтәләренә 2020 йылдың апрелендә йомғаҡ яһала. Иң яҡшы сығыштар республика гала-концертында ҡатнашыу хоҡуғы аласаҡ.
Читайте нас