Яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 01:54

Эй, дәртле лә һуң хәйбуллалар

“Йырсы ауыл” республика бәйгеһенең финалы үтте

Районда бәйгелә һайлап алыу туры 20 сентябрҙән 15 ноябрға тиклем үтеп, 14 ауыл биләмәһенән 785 кеше ҡатнашып, бөтәһе 500 номер күрһәтелде. Шуның 42-һе район кимәленә, финалдың беренсе турына үтте. Ярышта үҙешмәкәр коллективтар: халыҡ, фольклор, эстрада, ғаилә ансамблдәре, яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашып, үҙ көсөн һынаны.
Яңы ижади бәйгенең финалында район мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығырым тулды. Үҙешмәкәр әртистәрҙең сараға ныҡлы әҙерлектәре күҙгә ташланып тора. Улар йыр-моңға ғына оҫта түгел икән, ә һәр ауыл биләмәһе коллективтары килешле, сағыу кейем тегеп, сығыш яһаны. Һәр номер тамашасы залынан көслө алҡыштар менән оҙатылды. Көйәрмәндәр “афарин”, “маладис” тигән һүҙҙәрен дә йәлләмәне. Ысынлап та, бәйге ауыл ерендә “йәшенеп” ятҡан йырсыларҙы табырға, таланттарҙы асыҡларға мөмкинлек бирҙе.
“Бәйгенән йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, кескәй балалар ҙа ситтә ҡалманы. Барығыҙ ҙа матур сәхнә костюмдары теккәнһегеҙ. Ҡайһы берәүҙәр батырлығын еңеп, тәүгә сәхнәгә сығып, бик матур йырланы. Ауыл халҡы ауыл ерендә бөтмәҫ эштәре булыуға ҡарамаҫтан, ошондай сараларҙан ситтә ҡалмай. Йылдан-йыл сағыу номерҙар арта бара, шуныһы бик ҡыуаныслы. Һәр берегеҙгә уңыштар”, - тине муницапаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина.
Ысынлап та, бер ауыл биләмәһе лә ситтә ятып ҡалмаған. Береһенән-береһе уҙҙырып әҙерләнгән. Жюри ағзалары иң-иңдәрҙе генә һайлап алған. Береһен шәп, икенсеһе яман тип әйтергә бер ҙә тел әйләнмәй. Ауылдарҙа йыр-моң яратҡан ошондай апай-инәйҙәр, ағай-олатайҙар булыуы бик ҡыуаныслы. Инде дәртлеләр үҙҙәре, йырлайҙар ҙа, бейеп тә китәләр. Ғөмүмән, “Йырсы ауыл” бәйгеһенең финалы юғары кимәлдә, күтәренке кәйефтә үтеп китте. Йырсыларға киләһе турҙарҙа ижади уңыштар ғына теләргә ҡала.
Әйткәндәй, сара өс этапта ойошторола. Беренсе этап — һайлап алыу (2019 йылдың октябре-декабре) — республика ауылдарында конкурс ҡарауҙары формаһында уҙғарыла (ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл клубы, ауыл күп функциялы клубы).
Икенсе этап — район (2020 йылдың февраль-майы) — беренсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы айырым график буйынса ҡарау (ҡала мәҙәниәт һарайы, район мәҙәниәт йорто, социаль-мәҙәни үҙәк).
Өсөнсө этап — республика (2020 йылдың октябре) – икенсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы ҡарау (конкурсҡа 1-се дәрәжә лауреаттар ғына ебәрелә).
Гала-концерт Өфөлә була, унда иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһай. Конкурс еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамлана.
Сәлимә һәм Фәнил Арыҫлановтар, Яңы Украинка ауылы:
- Беҙ һайлап алыу турында дуэт йырлап, финалға үттек. Бәйге бик оҡшаны, районда моңло коллектив, яңғыҙ башҡарыусылар күп икән. Бәйге лә үҙеңде генә күрһәтеү түгел, ә башҡа һәүәҫкәр әртистәр менән ижади тәжрибә уртаҡлаштыҡ, аралаштыҡ. Сара юғары кимәлдә ойошторолған, уны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.
Читайте нас