Яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 02:23

Аҡъярҙа бассейн төҙөлөшө ҡайтанан тергеҙелде

Бассейн 2020 йылдың йәйендә сафҡа индереләсәк.

Район үҙәгендә төҙөлөш проектына төҙәтмәләр индерелгәндән һуң, төҙөлөш эштәре ҡайтанан башланды.
12 декабрҙә район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов төҙөлөш объектында дәүләт заказчигы вәкиле—бүлек начальнигы Э.Латипов, “ПромстройСнаб” йәмғиәте директоры—генераль подрядчик В.Макаров һәм район хакимиәтенең архитектура, төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү бүлеге начальнигы А.Кәримов ҡатнашлығында оператив кәңәшмә үткәрҙе.
Бассйн төҙөлөшө проект-смета документацияһындағы проблемалар буйынса туҡтатылғайны. Һөҙөмтәлә заказчик һәм подрядчик менән етди һөйләшеү булды.
Дәүләт заказчигы вәкиле проект-смета документацияларына төҙәтмә индергәндән һуң подрядчиктар тарафынан төҙөлөш эштәре ҡайтанан башланыуы тураһында хәбәр итте.
Бассейн 2020 йылдың йәйендә сафҡа индереләсәк.
Читайте нас