Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин, Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәтен башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Шәкир Дәүләтшин ҡатнашты.
Ярыштарҙа Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Ҡатнашыусылар бер нисә дисциплиналарҙа көс һынашты: волейбол, өҫтәл теннисы, гир спорты, грепплинг, мас-рестлинг, армрестлинг, шахмат. Мөфтөй Айнур Бирғәлин дә ситтә ҡалманы, ул үрнәкле сығыштарҙа ҡатнашты һәм грепплинг буйынса мастер-класс күрһәтте.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, 3-сө урынды Сибай ҡалаһы һәм 2-се урынды Йылайыр районы командалары алһа, 1-се урынды Хәйбулла районы командаһы яуланы.