Хөрмәтле дуҫтар! 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә яҙылыусылар араһында иғлан ителгән уйыныбыҙ дауам итә. Гәзиткә яҙылыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында подписка кампанияһы мәлендә ойошмаларҙа приздар уйнатыла. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында дәррәү яҙылдылар. Хатта ике гәзиткә лә яҙылыусы табиптар булды. "Йыл да ике телдә сыҡҡан район гәзитенә яҙылырға тырышам. Быйыл да "Хәйбулла хәбәрҙәре", "Хайбуллинский вестник" гәзиттәренә яҙылдым. Һәм бүләкле лә булдым", - тине Рәйсә Ишемова.