Яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 05:47

“Башҡорт шәле-2019”—Хәйбуллалар еңеүсе!

Кисә Өфө ҡалаһында ВДНХ-ЭКСПО комплексы территорияһында “Башҡорт шәле-2019” XII республика конкурс-фестивале үтте.

Кисә Өфө ҡалаһында ВДНХ-ЭКСПО комплексы территорияһында “Башҡорт шәле-2019” XII республика конкурс-фестивале үтте.
Шундай оҫталыҡ менән башҡарылған халыҡ ижады әйберҙәрен, әйткәндәй уларҙың ҡайһы берәүҙәре тик бер генә данала, бер урында күреү үҙе бер мөғжизә. Халыҡтың талантлы булыуына иҫ китерлек. Ағас, быяла, балсыҡ, таш, күн,кейеҙ һәм башҡаларҙан эшләнгән әйберҙәр үҙе бер сәнғәт оҫталығы.
Ошонда уҡ ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, этностилдәге кейемдәр, ҡупшы шәлдәр, панно, боронғо оҫталыҡ традициялары буйынса эшләнгән көнкүреш әйберҙәрен дә һатып алырға була ине. Күргәҙмә-фестивалдә республиканың 53 район һәм ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең 16 төбәгенән оҫта ҡулдар йыйылды.
Хәйбулла районы командаһы ошо мәртәбәле фестивалдә почетлы 3-сө урынды яуланы. Афарин!
Читайте нас