Хәйбулла хәбәрҙәре
+22 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 11:50
Хәйбулла яугирҙәре тураһында Хәтер китабы сығарыла
Бөйөк Ватан һуғышында бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына биш ай ғына ваҡыт ҡалды.
Бөйөк Ватан һуғышында бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына биш ай ғына ваҡыт ҡалды
.
Хәйбулла районында ошо тарихи көнгә әҙерлек эштәре башланды. Мөһим йүнәлештәрҙең береһе—Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында Китап сығарыу.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Хәйбулалларҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында Хәтер китабын әҙерләү буйынса редакция коллегияһы төҙөлдө.
Редакция коллегияһы фронттан Еңеү менән ҡайтҡан, яу яланында баш һалған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың туғандары, хәйбуллаларҙан материалдар туплауҙа ярҙам итеүҙәрен һорай.
Ҡыҫҡаса биографик мәғлүмәттәрҙе түбәндәге формала тапшырырға кәрәк:
Исем-шәрифе, тыуған йылы, тыуған урыны (ауылдар исеме), хәрби званиеһы, демобилизацияланған йылы.
Мәғлүмәтте 2020 йылдың 1 февраленә тиклем
memorybook@list.ru
. Электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"