Район үҙәгендә «Тыуған еремдең билдәһеҙ тарихи биттәре» төбәк-ара тикшеренеүҙәр эштәре конкурсы һәм фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды, уны Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте ойошторҙо.
Конкурсҡа старт май айында бирелде, унда 5 номинация билдәләнде: «Минең шәжәрәм»; «Ғаилә традициялары»; «Ата-бабалар ере»; «Тарихи-мәҙәни мираҫ»; «Тәбиғи мираҫ». Бәйгенең беренсе турында Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан барлығы 32 фәнни-ғәмәли эш ҡаралды. Уларҙың иң яҡшылары икенсе турға үтеп, конференцияла ҡатнашырға хоҡуҡ яҡлаған.
Ҡатнашыусыларҙың конкурс эштәрен тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) доценты, Сибай ҡалаһы тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәтенең рәйесе Фоат Сөләймәнов етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Һөҙөмтәлә Валентина Алябьева 1-се дәрәжә дипломға эйә булды һәм ҡиммәтле приз менән бүләкләнде. 2-се урынды Әҡсән Әлибаев алһы, 3-сө урынға Тәскирә Дәүләтшина лайыҡ булды. Башҡа ҡатнашыусыларҙа бүләкһеҙ ҡалманы һәм төрлө номинацияларҙа наградланды.