Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 12:00

“Һаумы, һаумы, Әкиәт!”

/

“Шатлыҡ” балалар баҡсаһында “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү буйынса бәйге ойошторолдо. Был көндө баҡсабыҙҙа кескәйҙәрҙең серле әкиәт һөйләүҙәре аша барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе сихри әкиәт донъяһындағылай хис иттек.
Һүҙ маһирлығы, һүҙ оҫталығы, сәсән теллелеккә арнап ойошторолған бәйге ике этаптан торҙо. Кескәйҙәр башта үҙ төркөмдәрендә әкиәттәр һөйләү буйынса көс һынашһа, иң-иңдәре бөгөнгө бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ынйыларының береһе булған әкиәттәребеҙҙе өйрәнеү, таратыу һәм уларҙы һөйләү аша мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙең телмәрҙәрен, һүҙ байлыҡтарын, поэтик һәм импровизаторлыҡ таланттарын үҫтереү, йәш сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү, телмәр, фекер мәҙәнилеген камиллаштырыу, хәтерҙәрен һәм һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларҙы үҫтереүгә йүнәлтелде сара.
Бәйге булғас, еңеүсеһе лә була, әлбиттә. Йәш әкиәтселәребеҙҙең һәр сығышын талапсан жюри ағзалары ике йүнәлештә баһаланы. Еңеүселәребеҙ маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Башҡорт төркөмдәре араһында:
Гран-приға Динислам Ҡадыров (“Аҡбуҙат” мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе: А.Ф.Байсурина);
I урын – Йәмилә Йәрмөхәмәтова (“Аҡбуҙат” мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе: А.Ғ.Ҡоҙабаева);
II урын – Зарина Ҡоҙабаева (“Тирмәкәй” II кескәйҙәр төркөмө, етәксеһе: З.М.Торомтаева);
III урын – Мәрйәм Ишемғолова (“Аҡбуҙат” мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе: А.Ф.Байсурина);
Рус төркөмдәре араһында:
Гран-при – Гөлмирә Бикбова (“Лобознайки” мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе: Ә.Ф.Баймырзина);
I урын – Камилла Баймырҙина (“Ал елкәндәр” өлкәндәр төркөмө, етәксеһе: С.Ә.Ултраҡова);
II урын – Милена Ишемғолова (“Ҡурайҡай” уртансылар төркөмө, етәксеһе: А.Ә.Булатова);
III урын – Илъяс Сурин (“Сулпылар” уртансылар төркөмө, етәксеһе: В.Л.Байсурина);
Ә әкиәт һөйләү бәйгеһендә әүҙем ҡатнашҡан бөтә балаларға ла дипломдар тапшырылды.
Тәрбиәүи йәһәттән әйтеп бөтөргөһөҙ көскә эйә булған әкиәттәрҙе өйрәнеүсе, һөйләүсе кескәйҙәребеҙ булғанда, ата-бабаларыбыҙҙың рухи гәүһәрҙәре мәңге йәшәр, ә унан һут алып үҫкән йәш быуындың күңел шишмәләре ҡоромаҫ, уларҙан халҡыбыҙҙың рух нурҙары урғылыр әле, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Әлфиә Баймырҙина,
“Шатлыҡ” балалар баҡсаһының
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Аҡъяр ауылы.
Читайте нас