Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2019, 19:30

Хәйбулла районына Венгрия ғалимдары килде

/

Хәйбулла районына Венгрия ғалимдары – этнограф-шәрҡиәтсе Давид Шомфаи Кара һәм антрополог Иштван Санта килде. Улар башҡорттарҙың һәм мадьярҙарҙың генетик туғанлығын өйрәнә. Ғалимдар Башҡортостан Республикаһы, Ҡурған, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренең башҡорт ауылдарында булып урындағы халыҡ менән осрашып йолаларҙы һәм милли кейемде видеоға һәм фотоға төшөргән.
Хәйбулла районында Венгрия ғалимдары Иҫәнгилде ауылында Гөлфиә Хәләфетдинованың ғаиләһенә барғандар. Давид Шомфаи Кара үҙ аллы башҡорт телен өйрәнгән һәм башҡортса иркенләп һөйләшә, ә Иштван Санта Башҡортостанға тәүге тапҡыр килгән. Осрашыуҙа улар үҙҙәрен башҡорт исемдәре менән таныштырған: Дауыт – Давид Шомфаи Кара, һәм Иштуған – Иштван Санта.
Сафия Хәләфетдинова ҡунаҡтарҙы башҡорт милли аш-һыуы менән һыйланы һәм башҡорт халыҡ йолалары һәм традициялары тураһында һөйләне. Шулай уҡ Сафия Хәләфетдинова «Сәлимәкәй», «Сибай» халыҡ йырҙарын йырланы, үҙе ижад иткән мөнәжәттәрҙе башҡарҙы. Венгрия ғалимдарын бөтә нәмә ҡыҙыҡһындырған: милли кейем (селтәр, ҡашмау), халыҡ йолалары. Гөлфиә Хәләфетдинованың ҡунаҡтарға «Ирмәк», «Зөбәйҙә» халыҡ йырҙарын йырланы, ҡумыҙҙа уйнаны һәм өзләүҙе башҡарҙы, шулай уҡ уларҙы гармунда башҡарылған башҡорт бейеү көйҙәре менән һөйөндөрҙө.
Читайте нас